Башҡортостанда йәйге каникул ваҡытында мәктәп уҡыусылары 3600-ҙән ашыу вакансия менән файҙалана ала. Уларҙың барыһы ла Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә теркәлгән. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.
Йәйге эшкә урынлашыу варианттарын 14 йәштән өлкәнерәк балалар ҡарай ала, тип хәбәр итте Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
«Эш биреүселәр үҫмерҙәргә вожатый, һатыу буйынса менеджер ярҙамсыһы, ярымфабрикаттарҙы фасовкалаусы, курьер булып эшләргә, биләмәләрҙе төҙөкләндереү менән шөғөлләнергә, ырҙын табағында эшләргә тәҡдим итә. Каникулдың бер өлөшөн хеҙмәткә бағышларға теләгән балаларға мәшғүллек үҙәктәре белгестәре ышаныслы һәм тикшерелгән эш биреүсене табырға ярҙам итәсәк. Уларға онлайн - «Рәсәйҙә эш» порталы аша мөрәжәғәт итергә була», - тип яҙҙы ул.
Министр бәлиғ булмаған хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡынан тыш мәшғүллек үҙәгенән матди ярҙам алыу мөмкинлеге булыуын билдәләне. Был тулы айҙа яҡынса 1,8 меңдән 2,8 мең һумға тиклем.
Былтыр йәй республиканың 10 меңдән ашыу уҡыусыһы эшләп, тәүге хеҙмәт тәжрибәһе алған.
Фото: Минтруд РБ