Йәмғиәт Общество
3 Июнь 2024, 12:35

Махсус хәрби операция ветерандарын депутатлыҡҡа тәҡдим итәсәктәр

Республика халҡы  Башҡортостан Башлығын, шулай уҡ ҡала һәм район округтарына депутаттар һайлай

Махсус хәрби операция ветерандарын депутатлыҡҡа тәҡдим итәсәктәрМахсус хәрби операция ветерандарын депутатлыҡҡа тәҡдим итәсәктәр
Махсус хәрби операция ветерандарын депутатлыҡҡа тәҡдим итәсәктәр

Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев уҙған ултырышта Ҡоролтай депутаттарының республика Башлығын һайлауҙы уҙғарыу өсөн өс көнлөк форматты раҫлауы тураһында иҫкә төшөрҙө. Һайлау 6-8 сентябрҙә ойошторола. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.

«Һайлау, бынан алдағылары кеүек үк, юридик күҙлектән яҡшы үтер, тигән ышаныс белдерә депутаттар. Бының өсөн тейешле шарттар бар», - тип билдәләне парламент спикеры.

Республика халҡы  Башҡортостан Башлығын, шулай уҡ ҡала һәм район округтарына депутаттар һайлай, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Ул муниципалитет башлыҡтарына махсус хәрби операция ветерандарының кандидатураһын күрһәтергә ҡушты.

«Иғтибарығыҙҙы шуға йүнәлткем килә: депутаттар араһында мотлаҡ хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙәр булһын ине. Унда Ватанды һаҡлаған һәм ысын илһөйәрлектең нимә икәнлеген яҡшы аңлаған аҡыллы кешеләр бик күп. Шуға күрә улар һәр муниципалитетта булырға тейеш», – тине Радий Хәбиров.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас