Йәмғиәт Общество
19 Июнь 2024, 13:50

Балаларға кеҫә сығымдарына аҡса бүленә башлаясаҡ

Башҡортосанда 7 йәштән 18 йәшкә тиклем етем балаларға кеҫә сығымдарына аҡса бүленә башлаясаҡ

Балаларға кеҫә сығымдарына аҡса бүленә башлаясаҡБалаларға кеҫә сығымдарына аҡса бүленә башлаясаҡ
Балаларға кеҫә сығымдарына аҡса бүленә башлаясаҡ

Бөгөн республика хөкүмәте ултырышында етем балаларға кеҫә сығымдарына аҡсалата средстволар биреү тәртибе тикшерелде. Тейешле закон төбәк властары тарафынан быйыл апрелдә ҡабул ителгәйне. “Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.

Премьер-министр Андрей Назаров һүҙҙәренсә, яңы ярҙам сараһы республиканың 15 ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгендә йәшәүсе 7-18 йәшлек 432 балаға ҡағыла.

Шәхси сығымдарға аҡса тәрбиәләнеүсе тулыһынса дәүләт тәьминәтенә индерелгәндән һуң ай һайын биреләсәк. Суммаһы баланың йәшенә бәйле: 7-11 йәшлек балаларға – ай һайын 700 һум, 11-18 йәшлектәргә - 1000 һум. Тәрбиәләнеүселәр был аҡсаны үҙаллы, ләкин тәрбиәләүселәр менән килешеп тотонасаҡ.

Етем балаларға шәхси ихтыяждарға аҡса түләүгә йыл һайын республика ҡаҙнаһынан 4,9 миллион һум бүленә.

На выплату денежных средств на личные нужды детям-сиротам ежегодно из республиканского бюджета выделят 4,9 млн рублей.

Етем балаларҙы һәр яҡлап ҡарауҙың әһәмиәтен иғтибарға алып, Андрей Назаров БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына 1 июлгә тиклем балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙең шәхси сығымдарына ай һайын аҡса бүлеү тәртибен хөкүмәткә раҫлауға йүнәлтергә ҡушты.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас