Бөтә яңылыҡтар

Тәбиғәтебеҙ – йәннәт баҡсаһы

Күптәр диңгеҙҙе күреү хаҡында хыяллана. Ә барғандары иһә: “Эх, бер күрһәң, үҙенә тартып тик тора! Ҡасан ғына сираттағы отпускым етә инде, бер нимәгә ҡарамай, тағы ла барасаҡмын!” – ти. Ә бит уйлап ҡараһаң, үҙебеҙҙең тәбиғәтебеҙ сит ерҙекенә ҡарағанда күпкә хозурыраҡ һәм яҡыныраҡ. Мул һыулы йылғалар, мөһабәт ҡаялар, ҡара урмандар, аллы-гөллө сәскәләр, дарыу үләндәре түшәлгән яландар, бейек тауҙар... Йәннәт баҡсаһымы ни!

Тәбиғәтебеҙ – йәннәт баҡсаһы
Тәбиғәтебеҙ – йәннәт баҡсаһы

Ямашлы һыуһаҡлағысы буйында урынлашҡан “Ожмах мөйөшө” ял итеү базаһының да исеме есеменә тап килеп тора. Һүрәм ауыл биләмәһе етәкселеге “ЙәйләүТур” бренд сараһын тап ошо урында үткәрергә ҡарар итеүе юҡҡа түгел: “Ожмах мөйөшө” күптән инде ситтән килеүсе туристарҙы үҙенә йәлеп иткән, тартып торған, һоҡландырған ял итеү базаһына әүерелде.

Һүрәм ауыл биләмәһе башлығы Азамат Батыршин барыһын да сәләмләп, ауыл тормошон күреп үҫкән, уға ғашиҡ кешеләр булараҡ, бренд сараһы темаһын тап ауыл тормошо менән бәйләүҙәре осраҡлы түгел икәнлеген әйтеп үтте. Шулай уҡ ул биләмәне иҫ киткес тәбиғәт уратып алыуын, халҡының эшһөйәр булыуын билдәләп үтте.

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов Һүрәм ауыл биләмәһе тырыш халҡы, хозур тәбиғәте менән дан тотоуын әйтеп үтте. Дәмин Марат улы шулай уҡ Ямашлы һыуһаҡлағысының райондың йөҙөк ҡашы булыуын, уны барыһына ла күрһәтә белеү мөһим икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башлыҡ барыһын да байрам менән ҡотлап, яҡшы кәйеф, тик ыңғай тәьҫораттар менән ҡайтыуҙарын теләне.

“Ожмах мөйөшө” хужаһы Венер Байгилдин барлыҡ килеүселәрҙе байрам менән тәбрикләп, сараны иҫән-һау үткәреп ебәреүҙәрен теләне. Шулай уҡ район халҡын хеҙмәттәшлек итергә, йәғни ауыл продукцияһын ошо базала бергәләп һатырға саҡырҙы.

Район эшҡыуарҙар йәмғиәе рәйесе Нәжип Юлдашбаев районда туризмдың алға китеренә ышаныс һәм барлыҡ мөмкинлектәр булыуын, юлдар асыҡ икәнлеген белдерҙе.

“ЙәйләүТур”ға килеүселәр, ысынлап та, әйтерһең дә йәйләүгә килеп эләкте: бар нимә башҡорттарҙың элекке көнкүрешен, кәсебен хәтерләтә... Күргәҙмәлә Ҡарғалы ауылынан килеүсе Таһир Аҙнабаев матур, тарихи тирмә менән ҡатнашты, ул тирмә янында башҡорт халҡының боронғо көнкүреш кәрәк-яраҡтарын презентацияланы.

Кинйәбулат ауылынан килеүсе шәхси эшҡыуар, иретеп йәбештереүсе Руслан Ғилфанов үҙ ҡулдары менән эшләгән тимер бөгөү аппаратында тимер бөгөү буйынса мастер-класс күрһәтте. Күп көс, оҫталыҡ, таһыллыҡ талап иткән эште ул тиҙ арала башҡарып та ҡуйҙы.

Әхәт ағай Теләүбирҙин ҡунаҡтарҙы хуш еҫтәр бөркөп торған, үҙе йыйып бәйләгән ҡайын мидектәре менән ҡаршы алып, уларҙы бәйләү тәртибе менән таныштырҙы, файҙаһы хаҡында һөйләне.

Бөтә донъяны яулап алған башҡорт балы, солоҡсолоҡ тураһында тәжрибәле умартасы Рафиҡ ағай Ноғоманов һөйләп үтте. Ул ҡасандыр хәрби училищела уҡығанда ауырып китеүен, дауаланыу маҡсатында ҡортсолоҡҡа тотоноуын, был кәсептең һәм бал продукттарының ғәжәп дауалау көсөнә эйә икәнлеген әйтеп үтте.

      Артабан Энже Байгилдина иҫ киткес файҙалы үлән – боланут һәм шифалы эсемлек ҡымыҙ тәҡдим итте. Әйткәндәй, Венер һәм Гүзәл Байгилдиндар боланутты йыйып, киптереп, төрөп һатыу менән дә булышалар. Был файҙалы үләнде улар үҙҙәренең ғаилә бренды тип хаҡлы рәүештә әйтә алалар һәм атайҙар.

Артабан үҙенең бәләкәй генә кәсебе – ҡуяндары менән шулай уҡ Байгилдиндарҙың улы Эрнест көтә ине. Ғаилә бына инде 10 йылға яҡын ҡуяндар үрсетә. Бөгөнгө көндә был бурыс тулыһынса Эрнестҡа йөкмәтелгән икән. Тиҙ өлгөрөүсән һәм үрсеүсән хайуандар – ҡуяндар үрсетеү малсылыҡтың бер тармағы булып иҫәпләнә.

Һарыҡ үрсетеү буйынса дан алған “Маяҡ” йәмғиәтенең күргәҙмәһендә һарыҡ йөндәре төрҙәре, кейеҙҙән төрлө кейемдәр, яуланған үрҙәр тураһында грамоталарҙан тыш, уңыштарҙың төп сәбәпселәре – ата, инә һарыҡтар, уларҙың бәрәстәренән торған тотош “ғаилә” ҡатнашты.

Сирғол ауылынан “Нектар” ЯСЙ-һы директоры – күптән дан алған “Бал бабай” Фуат ағай Толомбаев балдың, унан эшләнгән барлыҡ нимәләрҙең иҫ киткес файҙаһы тураһында бәйән итте.

Уҡ атыу борон һунарға йөрөү, яу ҡоралы булһа, бөгөнгө көндә ул – спорттың бер төрө. Уҡ атыу менән үҙе генә шөғөлләнеп ҡалмай, артынан бихисап ҡыҙыҡһыныусыларҙы эйәртеүсе Иҙел Ниғмәтуллин был спорт төрө буйынса мастер-класс үткәрҙе. Теләүселәр үҙҙәрен мәргәнлектә һынап ҡараны.

Артабан ҡунаҡтар башҡорт эсемлектәре булған буҙа, ҡымыҙ, шифалы үлән сәйе, милли ризығыбыҙ талҡан урын алған күргәҙмә менән танышты. Шулай уҡ электән килемле кәсептәрҙең береһенән һаналған шәлдәргә ҡарап һоҡланды.

Сараның йомғаҡлау өлөшөндә Венер Тимерхан улы “Ожмах мөйөшө” буйлап экскурсия үткәрҙе.

“ЙәйләүТур”ҙа Һыбайлылар алышы, Көйәнтә менән һыу ташыу һәм башҡа халыҡ уйындары үтте. Халыҡ рәхәтләнеп ярышты, күңел асты. Сарала шат тауыштар, яҡшы кәйеф тантана итте.

Айнә Иманғолова.

Автор фотоһы.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: