Бөтә яңылыҡтар

"Эшемде яратам"

Искәндәр Ҡыуатовты гәзит уҡыусылар көтөп ала

"Эшемде яратам"
"Эшемде яратам"

Почтальон эше – ауыл кешеһе өсөн кәрәкле, мөһим хеҙмәттәрҙең береһе. Хаттар, гәзит-журналдар, һәр төрлө түләүҙәр – барыһы ла почта хеҙмәткәрҙәренең ҡулы аша уҙа.

Ҡужанаҡ ауылында почтальон булып эшләгән Искәндәр Ҡыуатовтың халыҡты көтөп алған сәләм-хаттарын, ваҡытлы матбуғат таратып ҡыуандырыуына быйыл дүрт йыл була.

– Беҙ гәзит-журнал ғына таратмайбыҙ, ауыл халҡының һорауы буйынса әйберҙәр, мәҫәлән, яҙын орлоҡ алып барабыҙ. Шуға үҙемдең автомобилдә йөрөргә тура килә, күрше ауылға ла барырға кәрәк бит, – ти Искәндәр Минехан улы.

Ул гәзит-журналдарҙы Ҡужанаҡтың рус яғы тип аталған яртыһына һәм Башҡорт Бармағына, ә хеҙмәттәше Рәзинә Йәнсурина Башҡорт Ҡужанағы, Таулыҡай, Ҡыҙылъяр, Калининский ауылдарына тарата.

– Беҙҙә күпселек “Ейәнсура таңдары” һәм “Йәшлек” гәзиттәренә яҙыла. Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙы, бирелгән планды йөҙ процентҡа үтәп торабыҙ. Эшемде яратып башҡарам, – ти Искәндәр.

Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, эш хаҡы артмай. Өҫтәүенә ярты ставкаға ҡалдырғандар. Ә бит был аҡсаға  балалар үҫтерергә, донъя көтөргә лә кәрәк. Әйткәндәй, тормош иптәше Лилиә лә, 10 йәшлек улдары Эмир ҙа, ете йәшлек игеҙәктәре Самир һәм Риана ла буш ваҡыттарында ғаилә башлығына эшендә ярҙам итергә ашҡынып ҡына тора.

– Беҙҙең Искәндәр – тыныс холоҡло, изге күңелле почтальон. Осрағанда һәр саҡ йылмайып, һаулыҡ һорашып үтә, – ти уның хаҡында гәзит уҡыусыларыбыҙ. – Килеүен көтөп алабыҙ. Эшен намыҫ менән башҡарғанға гәзиткә лә ҙур теләк менән яҙылабыҙ.

Эйе, ауылдарҙа матбуғат баҫмаһына яҙылыу күрһәткесе хат ташыусының үҙ һөнәренә яуаплы ҡарауына бәйле. Искәндәр Ҡыуатов кеүектәр иһә хаттар, гәзит-журналдар ғына түгел, ә күтәренке кәйеф һәм күңел йылыһы ла тарата кеүек.

Айгөл Ҡылысбаева.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: