"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Медицина хеҙмәткәрҙәре алдынғылыҡты бирмәй

13-14 июлдә Туймазы районының йәмле Ҡандракүл буйында һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең "Дуҫлыҡ-2024" икенсе Республика туристик слеты үтте.  

Медицина хеҙмәткәрҙәре алдынғылыҡты бирмәй
Медицина хеҙмәткәрҙәре алдынғылыҡты бирмәй

40 команда ҡатнашҡан көсөргәнешле ярыштарҙа дөйөм мәрәйҙәр иҫәбе менән Иҫәнғол Үҙәк дауаханаһы спортсыларынан торған команда барыһын да артта ҡалдырып, беренсе урынға сыҡты! Шулай уҡ беҙҙекеләр "Тимбилдинг" һәм "Ҡаршылыҡтар һыҙаты" ярыш төрҙәрендә өсөнсө урын яуланы.

Тағы ла Зөлфәр Дәүләтшин иң мәргән табип булып сыҡты: атыу буйынса беренсе урын алды.

Афарин! Ейәнсураның данын артабан да күтәрегеҙ, гел шулай алдынғы булығыҙ!

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: