Бөтә яңылыҡтар

Йәштәрҙе форумда ҡатнашырға саҡыралар

Аҫылташ йәштәр мәғариф форумына теркәлеү бара!

Йәштәрҙе форумда ҡатнашырға саҡыралар
Йәштәрҙе форумда ҡатнашырға саҡыралар

Форум «Берҙәмлек» проекты сиктәрендә үтә. Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров әйтеүе буйынса, был 2024 йылдың йәйендә Башҡортостандың милли колориты һәм "Росмолодежь.Гранты" конкурсы менән төп йәштәр майҙансығы. Йәштәрҙең үҙ проекттары өсөн 1 миллион һумға тиклем гранттар алыу мөмкинлеге бар.

Ҡасан? 29 июль - 1 август

Ҡайҙа? Башҡортостан Республикаһы, Йылайыр районы

Кем ҡатнаша ала? 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәр

Ни өсөн был форумға барыр кәрәк?

– Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда танылған спикерҙарҙан лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре

— Билдәле артистар сығышы

— Батырҙар ярышы, квесттар, уйындар

— Яңы дуҫтар, фекерҙәштәр табырға мөмкинлек

— Башҡортостандың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү

Форумға теркәлеү 22 июлгә тиклем: asyltash-rb.ru

Росмолодежь.Гранты конкурсына ғаризалар ҡабул итеү 24 июлгә тиклем: https://vk.cc/cy51VB

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: