Бөтә яңылыҡтар

Аралашыу, һәләттәрҙе үҫтереү өсөн мөмкинлектәр артасаҡ

Ейәнсурала Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында йәштәр үҙәге асыласаҡ.

Ошондай сағыу буласаҡ Йәштәр үҙәге.
Ошондай сағыу буласаҡ Йәштәр үҙәге.
Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: «Беҙҙә грант ярҙамы схемаһы яҡшы төҙөлгән. Һуңғы 5 йыл эсендә гражданлыҡ йәмғиәте институттары 1,5 млрд һум күләмендә ана шундай ярҙам менән файҙаланды. Беҙҙең коммерцияға ҡоролмаған сектор Башҡортостан Башлығы Гранттар фонды һәм Президент гранттары фонды үткәргән конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша».

Ейәнсура районы йәштәре лә күптән түгел үҙҙәренең проектын ана шундай конкурстарҙың береһенә тәҡдим итеп, 832 мең һум грант отто. Был аҡса тиҙҙән асыласаҡ Йәштәр үҙәген йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк.

Иҫәнғол уртаһында, Балаларға өҫтәлмә белем биреү үҙәге бинаһында урынлашасаҡ Йәштәр үҙәге “Первые” тип аталып, егет-ҡыҙҙарға төрлө яҡлап үҫешеү мөмкинлеге тыуҙырасаҡ. Бында төрлө оҫталыҡ дәрестәре, белгестәр ҡатнашлығында тренингтар, лекциялар ойоштороу күҙаллана. Проект авторҙары үҙәктә йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленер тип өмөтләнә. Махсус хәрби операцияға арналған музей булдырыу уйы ла бар уларҙа. Һәм, әлбиттә, йәштәр бында йыйылып аралаша, төрлө саралар ойоштора, ҡатнаша аласаҡ.

Әле бинала ремонт эштәре бара. Ул тамамланып, үҙәк ишектәрен асһа, Ейәнсура йәштәренең үҙ мөхите буласаҡ.

Марат Рафиҡ улы Мөхәмәтов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары: «Бында үҫеш үҙәге генә түгел, район йәштәренең идеяларын, инновацион проекттарын туплау, мәҙәни аралашыу урыны ла буласаҡ. Был, үҙ сиратында, йәштәребеҙҙе райондың йәмәғәт тормошона йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.»
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: