Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
2 Август , 16:15

Министр Башҡортостандың ике кешеһенең ҡатмарлы мөхәббәт тарихы тураһында һөйләне

...

Министр Башҡортостандың ике кешеһенең ҡатмарлы мөхәббәт тарихы тураһында һөйләне
Министр Башҡортостандың ике кешеһенең ҡатмарлы мөхәббәт тарихы тураһында һөйләне

Башҡортостанда өйһөҙҙәргә ярҙам үҙәге ҡарамағында булған Фәнил Абдуллин һәм Зәлиә Яхина Ғаилә йылында никах теркәгән. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова социаль селтәрҙә һөйләүенсә, улар сәләмәт саҡта уҡ осрашҡан. Әммә тормош юлдары ябай булмаған

“Ҡатындың өйө янған. Ир кеше ғүмер буйы Себерҙә эшләп, аҡсаһын туғандарына биргән. Ҡатындың күҙҙҙәре һуҡырайған, ир коляскала ултыра. Ә уларға бергә яҡшы, ышаныслы һәм хәүефһеҙ. Улар бер-береһе хаҡында хәстәрлек күрә һәм бер ҡасан да айырылмайҙар тиерлек. Бер көндө уларҙың мөнәсәбәте бөтә традициялар буйынса теркәлергә тейеш тип ҡарар ителде. Шулай, Фәнил һәм Зәлиә яҙмыштарын никах һәм никах теркәү таныҡлығы менән бәйләне”, – тип яҙа Ленара Иванова.

Туй тантанаһы бик матур булған: биҙәлгән зал, күңелле ҡунаҡтар, бай өҫтәл һәм матур торт.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: