Документҡа ярашлы, тупраҡтың ныҡ дымланыуы арҡаһында ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәре зыян күргән Әбйәлил, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Борай, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Яңауыл райондары һәм Күмертау ҡалаһы биләмәләрендәге хәл 2024 йылдың 11 июленән 20 авгусына тиклем ғәҙәттән тыш тип танылды. Ғәҙәттән тыш хәл режимы 11 сентябргә тиклем ғәмәлдә ҡала.
Ауыл хужалығы министрлығына муниципалитеттар менән берлектә тупраҡтың артыҡ дымланыу эҙемтәләрен йомшартыу буйынса саралар планын тормошҡа ашырыу бурысы йөкмәтелде.
Район һәм ҡала хакимиәттәренә тармаҡ ойошмалары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре менән 5 сентябргә тиклем Ауыл хужалығы министрлығына зыян күләмен раҫлаған документтар ебәрергә кәрәк.