Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
24 Август , 11:55

Ейәнсура районының “Һөт кухня” бүлексәһе ассортиментына 23 тауар инә

Бөгөнгө көнгә Башҡортостан Республикаһының 23 648 кешеһе бушлай продукция ала.  Шул иҫәптән 382 йөклө ҡатын, 452 имеҙгән әсә, өс йәшкә тиклемге 21 999 бала, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан граждандарҙың 815 ғаилә ағзаһы. 2023 йылда аҙыҡ-түлек алған граждандарҙың дөйөм һаны 32 462 кеше тәшкил итә.

Ейәнсура районының “Һөт кухня” бүлексәһе ассортиментына 23 тауар инә
Ейәнсура районының “Һөт кухня” бүлексәһе ассортиментына 23 тауар инә

Республикала “Һөт кухняһы” Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2019 йылда булдырылды. Йыл башында Радий Хәбиров Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына селтәрҙе үҫтерергә, етештерелгән аҙыҡ-түлектең күләмен арттырырға, сифатты юғалтмаҫҡа ҡушты. “Һөт кухняһы” проектын үҫтереү – Хөкүмәттең  хәстәрлеге тураһында аныҡ миҫал булып тора. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән 26 мең бала сифатлы аҙыҡ-түлек алып ҡыуана. “Һөт кухняһының” брендын артабан да юғары кимәлдә тоторға кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.

Программа тормошҡа ашырыла башлау мәленән йөҙ меңдән ашыу кеше бушлай “Һөт кухняһы” продукцияһын алып ҡыуанған. Был хаҡта “Башҡортостан” гәзите хәбәр итте. Заманса юғары технологиялы ҡоролмалар менән йыһазландырылған ете майҙансыҡ эшләй республикала: Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Белорет, Сибай һәм Үрге Ҡыйғы.

Бушлай туҡланыуға «Һөт кухняһы» таратыу пункты аша йәки «Минең документтарым» Күп фукциялы үҙәк аша мөрәжәғәт итергә мөмкин. 2024 йыл башынан «Башҡортостан дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша документтарҙы электрон формала тапшырыуҙың тағы бер ысулы эшләй башланы. Был ысул ярҙамында ғариза биреү ҡыҫҡа ваҡытты ала, сөнки шәхси мәғлүмәттәрҙең күбеһе автоматик рәүештә шәхси иҫәбенән тултырыла. Бөтә кәрәкле документтарҙы өйҙән сыҡмайынса электрон рәүештә беркетергә була. Ғаризаның статусын уны эшкәртеүҙең һәр этабында күҙәтергә мөмкин.

Мохтаждарҙың категорияһына һәм йәшенә ҡарап һөт аҙыҡтары алырға була. Мәҫәлән, ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатындарға витаминлаштырылған ҡушылмалар бирелә, балалар өсөн киптерелгән һөт, тиҙ бешә торған бутҡалар, эремсек, һөт, йогурт ҡаралған.

Продукция бөтә республика буйынса урынлашҡан 132 таратыу пунктында, шул иҫәптән һигеҙ дәүләт дарыуханаһында сығарыла. Мәҫәлән, Ейәнсура районының үҙәге Иҫәнғолға “Һөт кухня”һының Сибай бүлексәһе аҙыҡ-түлек алып бара.

Былтыр яҡынса бер миллион порция һөт ризыҡтары етештерелгән һәм сығарылған, шул иҫәптән 400 мең порция һөт, 500 мең порция йогурт, 100 мең порция эремсек.

Бөгөнгө көнгә аҙыҡ-түлек ассортиментына 23 тауар — һөт, эремсек, балаларҙы туҡландырыу өсөн төрлө төргәктәрҙә йогурт, балалар печеньеһы, шулай уҡ һөт һәм кефир, ҡаймаҡ, өс йәштән өлкәндәр һәм балалар өсөн эремсек инә.

Тэрэза ЕЛЕСИНА, “Һөт кухняһының” Сибай бүлексәһе етәксеһе:

– Сибай ҡалаһында бүлексә 2020 йылдың мартында эш башланы. Бөгөнгө көндә аҙнаһына уртаса биш - һигеҙ тонна һөт эшкәртәбеҙ. Етештерелгән аҙыҡты Сибайҙа, шулай уҡ Аҡъяр, Баймаҡ, Асҡар, Иҫәнғол һәм Йылайырҙа таратабыҙ. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында Дәүләт аптекаһы аша таратыу пункты эшләй. Әлеге мәлдә районда 194 бала, шул иҫәптән атайҙары МХО-ла булған бәләкәстәр, биш ауырлы ҡатын, өс бала имеҙгән ҡатын ярҙам ала.

Беҙ етештергән аҙыҡ-түлек иң сифатлыһы. Һөттө лә үҙебеҙҙә, “Тәүәкән” хужалығында һауып алынғанын эшкәртәбеҙ. Был тағы ла беҙҙең бары сифатлы сеймал менән эшләүебеҙ хаҡында һөйләй.

Ләйсән МӘҒӘФҮРОВА, Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылынан өс бала әсәһе:

– Бәләкәсебеҙ тыуғандан алып аллергия менән йонсой. Шуға педиатр “Һөт кухнаһын” тәҡдим итте. Ашата башлағандан уларҙың продукцияһын алабыҙ. Бик тәмле. Балалар яратып ашай. Бәләкәсебеҙгә бер йәш тулды. Балдан печеньеларын да ашай башланы. Һөт аҙыҡтарын график буйынса килтерәләр. Беҙгә уңайлы. Иң мөһиме – аҙыҡтың сифаты. Эремсек менән йогуртты балалар алып килеү менән ашап ҡуя.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: