Экранға текләп ваҡыт үткәреү нерв һәм психикаға ғына түгел, йөрәк эшмәкәрлеге менән ҡан тамырҙарына ла бик насар тәьҫир итә икән. Был хаҡта 30 йыл дауамында 4000-дән ашыу кешененең йәшәү рәүешен һәм сәләмәтлек торошон күҙәтеп барған медик ғалимдар командаһы белдергән. 1985 йылда был тикшереү башланғанда йәштәргә 18-30 йәш булған.
Баҡһаң, 20+ йәштә телевизор һәм гаджет артында ултырған һәр сәғәт 60 йәшкә етеү шансын ҡыҫҡарта икән. Айырыуса егеттәрҙә. Урта йәштә күңелһеҙ динамика дауам итә: экран алдындағы һәр сәғәт йөрәктең ишемия сирен - 55, инсультты – 58 һәм башҡа йөрәк сирҙәрен 32 процентҡа арттыра.
Хәүеф нимәлә һуң?
* Беренсенән, физик әүҙемлек түбәнәйә;
* Икенсенән, тормошҡа ҡыҙыҡһыныу кәмей;
* Өсөнсөнән, йоҡо боҙола.
Ә эштәре шуға бәйле булғандар, тиерһегеҙ. Был осраҡта һүҙ улар менән билдәле маҡсатта ҡулланыусыларға түгел, ә буш ваҡыттарын телефонда үткәреүселәргә ҡағыла. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән эксперттар өйҙәге буш ваҡытты гаджеттарға көнөнә 2 сәғәттән дә артыҡ бүлмәҫкә ҡуша!
Ә бөгөнгө балалар?! Улығыҙға, ҡыҙығыҙға ҡарағыҙ әле, күпме ваҡытын телефонға бүлә икән?..