Бөгөнгө көнгә 39 кеше, шул иҫәптән геология профилендәге сит ил студенттары һәм уларҙың етәкселәре килгән. Ярыштар үтәсәк «Патриот» паркында башҡа йәштәрҙе көтәләр. Бөтәһе 250-гә яҡын кешенең килеүе көтөлә.
Башҡортостан ҡунаҡтарының Береһе-Зимбабве университетының «Тау эше һәм инженер геологияһы» кафедраһы лекторы Пруденс Мусоко геология өлкәһендәге тәжрибәһе хаҡында һөйләне. Ул Владивостокта магистратурала уҡый, рус телен яҡшы аңлай, әммә үҙе һөйләшмәй. Пруденс мусоко геология менән шул тиклем мауыға, хатта һөйләшеүҙә күтәрелгән һәр тема тап уға ҡайтып ҡала.
Дөйөм алғанда, Зимбабве командаһы еңеүгә ынтыла һәм бөтә буш ваҡытын сараға әҙерләнеүгә бүлергә әҙер. Хәҙер улар «Патриот» паркында йәшәй. Студенттар яҡшы шарттарҙы билдәләй, әммә айырыуса уларҙа аш-һыу яҡшы тәьҫир ҡалдырған. Егеттәр һәм ҡыҙҙар рус, башҡорт мәҙәниәте, йолалары, телдәре менән дә ҡыҙыҡһына. Уларҙың барыһы ла ауылдарҙан, ата-әсәләре башлыса фермерлыҡ менән шөғөлләнә, шуға күрә Рәсәйҙә Башҡортостанда үҫтерелгән культуралар тураһында айырым һорашалар.
«ГеоВызов» чемпионаты 2-9 сентябрҙә үтәсәк. Республикабыҙға илдең 15 төбәгенән, шулай уҡ 10 сит илдән геология йүнәлешендәге студенттар киләсәк.
Чемпионат Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәкселеге башланғысы менән уҙғарыла.
Фото: Минэкологии