Йәмғиәт Общество
21 Сентябрь 2024, 03:35

Эскән килеш руль артына ултырған водитель машинаһынан ҡолаҡ ҡаҡты

Ейәнсура районында суд иҫерек килеш идара иткән водителдең машинаһын тартып алды

Күгәрсен район-ара суды Башҡорт Бармағы ауылында йәшәүсе ир кешегә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул РФ енәйәт кодексының 264.1 статьяһының 1-се өлөшө буйынса (автомобиль менән иҫерек килеш идара иткән өсөн административ язаға тарттырылып, ҡабат шундай уҡ  ҡылыҡ ҡылыу) енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип танылды.

Судта билдәдәнеүенсә, 2024 йылдың майында ир иҫерек килеш Mitsubishi lancer маркалы автомобиль менән идара иткән. Магнитогорск – Ира трассаһында уны дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре туҡтата, медицина тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса иҫерек булыуы асыҡлана. Быға тиклем водитель ошондай уҡ эш өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.

Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таныны. Суд уға транспорт саралары менән идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан 1 йыл 8 айға мәхрүм итеп, 200 сәғәт мотлаҡ эш төрөндәге яза тәғәйенләне, шулай уҡ сит ил машинаһын дәүләт килеменә тартып ала.

И. ХАННАНОВ, прокурор ярҙамсыһы.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас