Йәмғиәт Общество
24 Сентябрь 2024, 10:35

Ейәнсура районында эшҡыуарға ҙур штраф һалынды

Ер аҫты байлыҡтарын рөхсәтһеҙ файҙаланырға ярамай

Ейәнсура районында эшҡыуарға ҙур штраф һалындыЕйәнсура районында эшҡыуарға ҙур штраф һалынды
Ейәнсура районында эшҡыуарға ҙур штраф һалынды

Район прокуратураһы ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу тураһындағы ҡануниәт үтәлешен тикшерҙе. Шәхси эшҡыуар Рәхмәтуллин Р.Ә., махсус йөк техникаһын ҡулланып, лицензияһыҙ Башҡорт Үргене ауылы эргәһендә урынлашҡан карьерҙан ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһын ҡаҙыуы һәм сығарыуы асыҡланды. Законһыҙ ғәмәлдәрҙе туҡтатыу мәлендә эшҡыуар 10 кубометр самаһы киң таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы алып сыға.

Ошоноң менән бәйле район прокуратураһы инициативаһы буйынса коммерсант РФ Административ тәртип боҙоуҙар тураһында кодексының 7.3-сө статьяһының 1-се өлөшө буйынса (ер аҫты байлыҡтарын лицензияһыҙ файҙаланыу) 35 мең һум күләмендә штраф һалыу менән административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.

Бынан тыш, әлеге ваҡытта тәртип  боҙоусынан тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыянды түләтеү маҡсатында судҡа материалдар әҙерләнә.

И. Ханнанов, район прокуроры ярҙамсыһы.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас