-4 °С
Болотло
Рәсәй президенты Владимир Путин армияға көҙгө саҡырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған документҡа ярашлы, илдә 133 мең кеше саҡырыласаҡ.
«2024 йылдың 1 октябренән 2024 йылдың 31 декабренә тиклем запаста булмаған һәм хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейешле 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге 133 000 кеше иҫәбендә Рәсәй Федерацияһы граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы тормошҡа ашырырға", — тиелә документта.
Фото:военный комиссариат РБ