Киләһе эш аҙнаһы Башҡортостан халҡы өсөн ҡыҫҡа буласаҡ, тип иҫкә төшөрҙөләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.
"Республика көнө уңайынан йома, 11 октябрҙә, байрам көнө була. Тимәк, кесаҙна, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр хеҙмәт министрлығында.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында республикала ял көндәре 11 октябрҙән 13-нә тиклем дауам итә.
"Әгәр 11 октябрҙәге ял көнө отпускыға тура килһә, ул календарь көндәр иҫәбенә индерелмәй», — тип өҫтәнеләр министрлыҡта.