Киләһе йылда һаулыҡ һаҡлау, социаль тәьминәт, мәғариф, мәҙәниәт һәм фән учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияларының эш хаҡы 13,2 процентҡа артасаҡ, был инфляцияның рәсми күҙаллауынан өс тапҡырға тиерлек юғарыраҡ. Был 2025-2027 йылдарға федераль бюджет проектына аңлатма яҙмаһынан күренә, ул әле Дәүләт Думаһында ҡарала. Палатаның профилле комитетында индексация кемгә ҡағыласағын аңлаттылар.
Хөкүмәт инфляция фаразын аныҡланы: 2025 йылда хаҡтар – 4,5 процентҡа, 2026 һәм 2027 йылдарҙа тағы 4 процентҡа артасаҡ. Был һандарға ярашлы бөтә бюджет йөкләмәләре лә индексацияланасаҡ тигәнде аңлата. Шул иҫәптән киләһе йылдың 1 сентябрендә – студенттар, аспиранттар, ординаторҙар һәм ассистент-стажерҙар өсөн стипендия фонды, ә 1 октябрҙә – хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе аҡсалата тәьмин итеү һәм дәүләт власы органдары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы.
Шул уҡ ваҡытта федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау, социаль тәьминәт, мәғариф, мәҙәниәт һәм фән учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең айырым категориялары өсөн бюджет ассигнованиелары күләме инфляция кимәленән күпкә юғарыраҡ арттырыласаҡ. 2025 йылдың 1 ғинуарынан улар өсөн уртаса айлыҡ эш хаҡының үҫеш темпы 13,2 процент тәшкил итәсәк, 2026 йылдан — 10,2 процент, 2027 йылдан-8,3 процент. Хөкүмәттең аңлатмаһында эш хаҡының артыуы 2012 йылдың май айында президент указдарында билдәләнгән хеҙмәткәрҙәргә ҡағыласаҡ тип күрһәтелгән.
"Указдарҙа, мәҫәлән, табиптарҙың һәм юғары квалификациялы медицина персоналының хеҙмәт хаҡын төбәк буйынса уртаса эш хаҡына ҡарата 200 процентҡа тиклем, ә кесе һәм урта медицина персоналын 100 процентҡа тиклем еткереү ҡаралған. Росстаттың һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, уртаса эш хаҡы бер йылда 18 процентҡа артҡан. Һәм, әлбиттә, был кимәлгә социаль әһәмиәтле төркөмдөң бөтә персоналын йәлеп итергә кәрәк», — тип аңлатты «Парламентская газета»ға Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ағзаһы Светлана Бессараб.