Район прокуратураһы урындағы ҡатындың мөрәжәғәте буйынса балаларҙың уйын майҙансығын төҙөгәндә һәм тотҡанда бәлиғ булмағандарҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау тураһындағы ҡануниәт үтәлешен тикшерҙе.
Тикшереү барышында асыҡланыуынса, 2022 йылда Ейәнсура районының Яңы Себенле ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә Ишемғол ауылында балалар өсөн уйын майҙансығын төҙөкләндереүгә ҡорамалдар һатып алған. Әммә һатып алынған инвентарь оҙаҡ ваҡы ҡоролмай һәм тейешле кимәлдә һаҡланмай, был балаларҙың спорт инвентары һәм уйын майҙансығы менән хәүефһеҙ файҙаланыу хоҡуғын ныҡ боҙа. Бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү маҡсатында район прокуратураһы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығына тәҡдим индерҙе. Ҡабул ителгән саралар һөҙөмтәһендә майҙансыҡ нигеҙе һәм инеү урыны төҙөкләндерелде, һатып алынған уйын ҡорамалдары, шулай уҡ периметраль ҡойма ҡуйылды.
И.Н. МОТАЛЛАПОВ, район прокуроры.