"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
21 Октябрь , 15:10

Владимир Путин Башҡортостан Башлығы менән нимә тураһында һөйләшкән?

...

Владимир Путин Башҡортостан Башлығы менән нимә тураһында һөйләшкән?
Владимир Путин Башҡортостан Башлығы менән нимә тураһында һөйләшкән?

Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путин менән һуңғы эш осрашыуының йөкмәткеһе хаҡында һөйләне.

Радий Хәбиров Президентҡа республиканың үҫеше тураһында ҡыҫҡаса хәбәр итеүен һәм федераль үҙәк яғынан ярҙам талап иткән биш төп мәсьәләне билдәләүен әйтте. Улар иҫәбендә транспорт инфраструктураһын үҫтереү, спорт объекттарын төҙөү һәм башҡа мәсьәләләр бар. Президент тейешле визалар ҡуйған, шуға бәйле артабанғы үҫеш проекттарын тормошҡа ашырыу күҙаллана.

Бынан тыш, Радий Хәбиров һәм Владимир Путин республикаға ҡайтҡан МХО ҡатнашыусыларын тыныс тормошҡа интеграциялау мәсьәләһен тикшергән. Республика Башлығы уның хакимиәтенә һәм хөкүмәткә был йүнәлештә ҙур эш башҡарырға тура киләсәге хаҡында хәбәр иткән. Радий Хәбиров Президентҡа ҡайтҡан ветерандар депутат булып китеүен, үҙҙәрен төрлө вазифаларҙа, шул иҫәптән власть органдарында эшләүен хәбәр иткән.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: