Йәмғиәт Общество
25 Октябрь 2024, 07:35

Ейәнсуранан өс әсә миҙал менән бүләкләнде

Башҡортостанда күп балалы әсәйҙәргә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды

Добавить в предпочтительные источники Google
Ейәнсуранан өс әсә миҙал менән бүләкләндеЕйәнсуранан өс әсә миҙал менән бүләкләнде
Ейәнсуранан өс әсә миҙал менән бүләкләнде

Башҡортостанда биш һәм унан күберәк балалары булған әсәйҙәр “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде. Башҡортостан Башлығының ярашлы указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Бүләкләнеүсе 30 ҡатын-ҡыҙ араһында ейәнсуралар ҙа бар, улар: Башҡорт Үргене ауылынан Искәнйәрова Миләүшә Вадим ҡыҙы, Иҫәнғолдан Хәсәнова Сирен Ғаян ҡыҙы һәм Яңы Павловканан Шәрипова Маргарита Радик ҡыҙы. Ҡотлайбыҙ!

Фото: “Башинформ”

Автор:Юлай Мурзабаев