Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Ноябрь , 14:20

Коксаки. Яңы пандемиямы?

Рәсәйҙең туғыҙ төбәгендә балаларҙа Коксаки вирусы булыу ихтимал

әсәйҙең туғыҙ төбәгендә һуңғы бер нисә көндә балаларҙа Коксаки вирусын хәтерләткән ауырыу асыҡланған. Был хаҡта «Известия»гәзите хәбәр итә.

Баҫма мәғлүмәттәре буйынса, хәүефле сир Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Краснодар крайында, Татарстанда, Владимир, Брянск, Калуга һәм Мәскәү өлкәләрендә, Удмурт республикаһында асыҡланған. Шул уҡ ваҡытта Удмуртияның һаулыҡ һаҡлау министрлығы төбәктә инфекция таралыуы теркәлмәгән тип белдерә. Владимир өлкәһенең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, хәҙер дауаханаларҙа Коксаки вирусы раҫланған бәлиғ булмағандар дауаланмай.

Роспотребнадзорҙа билдәләүҙәренсә, коксаки вирусы йүткереү, юғары температура, тамаҡ ауыртыу, сабыртма һәм эс китеү менән оҙатыла. Ауырыуҙы йыш ҡына курорт илдәрендә ял иткән рәсәйҙәрҙә теркәйҙәр. Ведомство күрһәтелгән симптомдарҙы күргән туристарға махсус булдырылған ҡыҙыу линияға мөрәжәғәт итергә кәңәш итте.

Быға тиклем Екатеринбург табибы Александр Соловьев Коксаки вирусы Рәсәйҙә яңы пандемияға сәбәпсе булмаясағын, шуға күрә уның арҡаһында паникаға бирелергә кәрәкмәүен белдерҙе. Белгестәр билдәләүенсә, әлегә илдә сир һирәк теркәлә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: