БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хәрәкәттең өс ваҡытлыса сикләнеүе лә 6 ноябрҙә иртәнге сәғәт унға тиклем оҙайтылды, тип яҙа "Башинформ".
Бынан алда Белорет һәм Учалы райондарында Белорет-Учалы-Мейәс юлында һауа шарттары насар булыу сәбәпле (күпләп ҡар яуыуы, боҙлауыҡ, күреү мөмкинлеге сикле) Белорет һәм Ҡаҙаҡҡол араһындағы участкала йөк һәм пассажирҙар транспорты хәрәкәте ябылыуы тураһында хәбәр ителгәйне.
Шулай уҡ Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск автомобиль юлының 249–275-се саҡрымдары участкаһында (Әбйәлил районы) йөк транспорты өсөн хәрәкәт сикләнгән.
5 ноябрь кисенән Баймаҡ һәм Йылайыр райондарында Магнитогорск-Ира юлы буйлап Сибай менән Үрге Казарма араһындағы участкала хәрәкәт ябылды.