Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
10 Ноябрь , 11:50

Ҡыйыу кешеләр эше

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов полиция хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән ҡотланы

Рәсәй эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенең хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй Федерацияһының эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ! Ваҡиғаларҙың иң киҫкеннөктәһендә булып, һеҙ енәйәтселәр юлында ышаныслы кәртә булып тораһығыҙ, көнө-төнө кешеләрҙең тыныслығын һәм именлеген һаҡлайһығыҙ. Бер генә күмәк сара ла һеҙҙең ҡатнашлығығыҙҙан тыш үтмәй. Һеҙ мөһим объекттарҙы һаҡлайһығыҙ, енәйәттәрҙе асаһығыҙ, районыбыҙҙың тораҡ пункттарын патрулләйһегеҙ. Эшегеҙ бер минутҡа ла туҡтамай. Полиция хеҙмәте – ул ватандаштарының тыныслығы өсөн үҙ һаулығын һәм ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға әҙер булған ысын мәғәнәһендә көслө рухлы, ҡыйыу һәм батыр кешеләрҙең эше.

Байрам алдынан намыҫлы хеҙмәтегеҙ һәм эшкә тоғролоғоғоҙ өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Эске эштәр органдары ветерандарына – ғүмерен шундай ябай булмаған эшкә бағышлап, юғары әхлаҡи сынығыу алған кешеләргә айырым рәхмәт белдерәм. Барығыҙға ла изгелек, ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйем!

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: