Рәсәйҙә һалымдың яңы төрө – банк вкладтары буйынса процентҡа һалым индерелде. Башҡортостандың финанс тикшеренеүҙәре Үҙәге белгестәре «Башинформ» журналисына һалымды иҫәпләү принциптарын һәм уны кемгә түләргә тура киләсәген аңлатты.
Һалымдың был төрө тәүге тапҡыр иҫәпләнгәнлектән, ул 2023 йыл өсөн 1 миллион һум*15% = 150 мең һум формулаһы буйынса иҫәпләнәсәк, бында 15% – 2023 йылдың һәр айы башына Рәсәй Банкының иң юғары төп ставкаһы. Шулай итеп, граждандарҙың бөтә вкладтары буйынса проценттарының былтырғы суммаһына һалым һалына, ул 150 мең һумдан ашыу. Йәғни һалым суммаһы вклад күләменә бәйле түгел.
Мәҫәлән, һеҙҙең иҫәбегеҙҙә миллион һум ята. Банк бер йылда һеҙгә 15 процент килем, йәғни 150 мең һум өҫтәне. Был осраҡта һалым түләргә кәрәкмәй. Әгәр иҫәпкә 1,5 миллион һум һалынған булһа, 75 мең һумлыҡ сумманан һалым түләргә тура киләсәк.
Иҫәп-хисапты банктар үҙҙәре яһай һәм мәғлүмәттәрҙе автоматик рәүештә һалым инспекцияһына тапшыра.