Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
14 Ноябрь , 14:10

Ташламалар ысын ташламамы?

Эксперт: Рәсәйҙә тауарҙарға ташламаларҙың яҡынса 50% ялған булып сыға

Рәсәйҙә онлайн- һәм оффлайн-майҙансыҡтарҙа тәҡдим ителгән тауарҙарға ташламаларҙың яҡынса 50% алдан хаҡтарҙы арттырыу һәм һуңынан уларҙы кәметеү юлы менән яһалма рәүештә булдырылған, тип һөйләне эксперттар «Известия» гәзитенә.

Mobile Research Group аналитигы Эльдар Мортазин һүҙҙәренсә, бындай практика ҙур онлайн майҙансыҡтарҙағы тәҡдимдәрҙең яҡынса 50 процентында ҡулланыла.

"Әйткәндәй, электроникаға был тәү сиратта ҡағылмай – мәҫәлән, кофе кеүек тауарҙарға ташламалар менән манипуляция яһарға тырышалар», — тип билдәләй эксперт.

Шулай уҡ бер нисә тәҡдим артында бер үк һатыусы тора ала, ул бер иғланда хаҡты ныҡ күтәрә, ә икенсеһендә клиент өсөн ҡулайлы кимәлгә төшөрә.

Wildberries матбуғат хеҙмәтендә раҫлауҙарынса, быйыл ошондай ялған ташламалар артҡан.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: