Рәсәй Эске эштәр министрлығында водителдәрҙе быяла йыуыу шыйыҡсаһын магазиндарҙың продуктты дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡ күсермәһе булған махсус бүлектәренән генә һатып алырға саҡыралар. Был документты биреү фактын Роспотребнадзорҙың ярашлы реестрында тикшерергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта эксперттар легаль булмаған «незамерзайка»ың хәүефлелеге тураһында иҫкәртә.
"Намыҫһыҙ етештереүселәр үҙ продукцияһына ағыулы матдәләр исемлегенә индерелгән метил спиртын өҫтәүе ихтимал. Метанол ағыулы һәм 3-сө хәүефлелек класына ҡарай, ул башлыса нервыларға һәм йөрәк-ҡан тамырҙарына тәьҫир итеүсе, көслө кумулятив үҙенсәлектәре булған уртаса хәүефле матдә булып тора. Уның парҙары кеше һаулығына етди зыян килтерергә һәләтле: күреү һәләтенең насарайыуы киҫкен ағыуланыуға хас күренеш булып тора", – тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Фото: Ксения Калинина/ “Башинформ”.