Йәмғиәт Общество
18 Ноябрь 2024, 11:15

Һуңғы тәүлектә 80 кешелә йоғошло ауырыу асыҡланған

Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһының 80 осрағы теркәлгән

Һуңғы тәүлектә 80 кешелә йоғошло ауырыу асыҡланғанҺуңғы тәүлектә 80 кешелә йоғошло ауырыу асыҡланған
Һуңғы тәүлектә 80 кешелә йоғошло ауырыу асыҡланған

Республикаға идара итеү үҙәгендә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуков коронавирус инфекцияһы менән бәйле хәл тураһында хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ”. Роберт Иштуков әйтеүенсә, һуңғы тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһының 80 осрағы асыҡланған.

Әлеге ваҡытта 79 сирле стационарҙа, 1108 кеше амбулаторияла дауалана. Инфекцион госпиталдәрҙә коронавирус инфекцияһын дауалау өсөн 195 койка урынлаштырылған, буш койка фонды 15,9 процент тәшкил итә.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас