Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
18 Ноябрь , 11:35

Йоҡа боҙға сыҡһаң, штраф!

Йоҡа боҙға сығыусылар өсөн штраф күләме тураһында хәбәр иттеләр

Йоҡа боҙға сыҡһаң, штраф!
Йоҡа боҙға сыҡһаң, штраф!

Ҡалынлығы 7 сантиметрҙан кәм булған боҙға сыҡҡан өсөн штраф күләме 2 меңдән 3 мең һумға тиклем тәшкил итә. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Крилл Первов хәбәр итте.

Ул ҡотҡарыусылар һыу объекттарында иҫкәртеү рейдтары үткәреүе, балыҡсылар башлыса ҡотҡарыусыларҙың кәңәштәрен тыңлауы һәм ниндәй хәүеф янауын аңлағандан һуң һыу ятҡылығынан китеүе тураһында һөйләне. Әммә үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыусылар ҙа бар. Уларға ҡарата ҡатыраҡ сара ҡулланыла – административ тәртип боҙоу тураһында протокол төҙөлә.

“Мәҫәлән, бөгөн Ҙур Ялан күлендә, ныҡышмалы саҡырыуҙарға ҡарамаҫтан, балыҡсыларҙың бер өлөшө, ҡотҡарыусыларҙың талаптарын һанға һуҡмай, йоҡа боҙҙа ҡала. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәргә полиция хеҙмәткәрҙәре менән бергә өҫтәмә ышандырыу ысулдарын ҡулланырға һәм Башҡортостан Республикаһының Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексының 13.12-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса өс протокол төҙөргә тура килде”, тип яҙҙы кисә Кирилл Первов.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: