Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
26 Ноябрь , 14:35

Үлгән кеше өсөн сүп-сар сығарыуға түләү алһалар, нимә эшләргә

Башҡортостанда мәрхүм булған кешенән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн түләү алғанда нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында һөйләнеләр

Башҡортостанда үлгән кешенән сүп-сар һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн түләү алыуы осраҡтары осрай. «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов һөйләүенсә, бындай осраҡтар бер нисә генә булһа ла, мәсьәлә хөкүмәт кимәлендә тикшерелә.

"Үлгән кешеләргә иҫәпләүҙәр ысынлап та осрай, был мәғлүмәт базаһының камил булмағанлыҡтан. Төбәк операторҙары әлегә тиклем шәхси мәғлүмәттәр менән эшләү буйынса операторҙар булып тормай, ярашлы законға үҙгәрештәр индерелмәгән, был мәсьәлә хөкүмәт кимәлендә тикшерелә. Шул уҡ ваҡытта бындай осраҡтар һирәк, һәм төбәк операторы һәр ваҡыт аңлап ҡарай, квитанциялар менән бәйле мәсьәләләрҙе оператив хәл итә. Әгәр кеше шундай уҡ хәлгә юлыҡһа, уға йә экология министрлығының чатына, йә мөрәжәғәттә, йә социаль селтәрҙәрҙәге минең ниндәй ҙә булһа пост йәки Экология министрлығы яҙмаһы аҫтында комментарийҙарға яҙырға кәрәк. Беҙ тәүлек эсендә кире бәйләнеш булдырасаҡбыҙ һәм төбәк операторҙарының иҫәпләү менән шөғөлләнгән белгесе менән бәйләнешкә инәсәкбеҙ. Уларҙың һәр районда офистары бар, шуға күрә бында проблемалар юҡ", – тип аңлатты Фазылов.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: