Йәйге резинаны алмаштырырға тура киләсәк
Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, рәсәйҙәр календарь ҡыш еткәнсе, йәғни 1 декабргә тиклем, үҙ автомобилдәрендә йәйге резинаны алмаштырырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта водителдәр шиплы ла, шипһыҙ ҙа тәгәрмәстәр ҡулланырға хоҡуҡлы. Был осраҡта «M+S», «M&S» йәки «M S» тамғаларының булыуы мотлаҡ шарт булып тора, тип билдәләнеләр Транспорт министрлығында. Шулай уҡ ҡышҡы шиналар бөтә тәгәрмәстәрҙә лә ҡуйылырға тейеш. Ҡағиҙә боҙған өсөн автомобилистарға иҫкәртеү йәки 500 һум штраф янай.
Водитель танытмаһын оҙайтыу
Яҡын арала ҡайһы бер Рәсәй водителдәренең танытмаларының мөҙҙәте үтәсәк, әммә РФ хөкүмәте ҡарары менән уларҙың ғәмәлдә булыуы өс йылға оҙайтылды.
Һүҙ 2024 һәм 2025 йылдарҙа ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланған документтар тураһында бара. Был шәхси водителдәргә лә, профессиональ шоферҙарға ла ҡағыла. Уларға ЮХХДИ-НЫҢ МРЭО бүлектәренә йөрөргә кәрәкмәй – танытманы оҙайтыу автоматик рәүештә башҡарыла.
Әммә был танытмаларының мөҙҙәте 2022 йылда уҡ сығырға тейеш булған граждандарға ҡағылмай, уларҙың хоҡуҡтары ковидҡа бәйле өс йылға автоматик рәүештә оҙайтылғайны. Бындай водителдәргә таныҡлыҡтарын алмаштырыу процедураһын үтергә ашығырға тура киләсәк.
Триколор мотлаҡ буласаҡ
2024 йыл аҙағына тиклем ГОСТ-ҡа автомобиль номерҙарында Рәсәй триколорының мотлаҡ булыуын билдәләүсе үҙгәрештәр индереләсәк.
"Ағымдағы йылдың аҙағына тиклем ГОСТ-ҡа кәрәкле үҙгәрештәр индереләсәк – автомобиль номерының аҫҡы уң мөйөшөндә Рәсәй флагы мотлаҡ буласаҡ", – тип белдерҙе инициатива авторы, Дәүләт Думаһы депутаты Александр Хинштейн үҙенең Telegram-каналында.
1993 йылғы ГОСТ автомобилдәргә Рәсәй триколоры менән дә, уныһыҙ ҙа, әммә рельефлы хәрефтәр менән RUS тип яҙылған номерҙар ҡуйырға рөхсәт итә ине.