Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
4 Декабрь , 17:40

Миллиондарҙы үҙләштергән банк хеҙмәткәрен эҙләйҙәр

Клиенттарҙың аҡсаһын урлап юҡҡа сыҡҡан ҡатынды икенсе «Хәйруллина» тип атанылар

Миллиондарҙы үҙләштергән банк хеҙмәткәрен эҙләйҙәр
Миллиондарҙы үҙләштергән банк хеҙмәткәрен эҙләйҙәр

Өфөләге банктың клиенттарҙың аҡсаһын урлауҙа шикләнелгән хеҙмәткәрен халыҡ-ара эҙләү иғлан иттеләр. Был хаҡта үҙ сығанағына һылтанма менән “Башинформ"  хәбәр итте.

Элек ҡатын федераль эҙләүҙә булған. 1963 йылғы Тахаутдинова Лилиә Вәғиз ҡыҙын, уны икенсе «Хәйруллина» тип тә атанылар, тәртип һаҡсылары бер йылдан ашыу инде таба алмай. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ул килтергән зыян суммаһы яҡынса 15 миллион һум тәшкил итә, әммә рәсми булмаған рәүештә ул 40 миллион һумдан ашыуы ихтимал.

Мәғлүмәт агентлығына зыян күреүселәрҙең береһе һөйләүенсә, Тахаутдинованы ул күп йылдар белә, уға ышана. Ул уға бик ҙур сумма – бер нисә миллион һум процентҡа бирә. Бындай аҡсаны юғалтыу уның бизнесына, шулай уҡ ғаиләһенең һаулығына һәм именлегенә етди йоғонто яһай. Зыян күреүсе, башҡа алдаҡ ҡорбандары кеүек үк, ғәйепләнеүсене эҙләүҙең ыңғай һөҙөмтәһенә ышанмай. Әйткәндәй, ул саҡта банк хеҙмәткәренең уларға вкладтар буйынса юғары процент вәғәҙә итеүе, әммә аҡсаны касса аша түгел, ә ҡулдарына алыуы кешеләрҙе хафаландырмай. Һөҙөмтәлә ҡатын Өфөлә эшен, йортон, туғандарын һәм яҡындарын ташлап китә һәм юғала.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: