Башҡортостан йәнә «Теләктәр шыршыһы» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Ғаризалар йыйыу 20 декабргә тиклем дауам итә.
Акцияла 3 йәштән 17 йәшкә тиклемге, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән, ДХР, ЛХР, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә йәшәгән һәм теркәлгән, Белгород, Брянск һәм Курск өлкәләрендә йәшәү урынын ташлап китергә мәжбүр булған ғаиләләрҙән балалар ҡатнаша ала. Был хаҡта “Республика Башкортостан” хәбәр итте.
Теләк белдереү өсөн «Елка желаний.рф» сайтына инеп, «Стать мечтателем» төймәһенә баҫырға кәрәк. Шәхси кабинетына инеп, теркәлегеҙ һәм анкета тултырығыҙ. Категорияны раҫлаусы документтарҙы, мәҫәлән, тәғәйенләнгән түләүҙәр һәм льготалар тураһында мәғлүмәттәрҙе беркетегеҙ.
Әгәр бер нисә бала ҡатнашыу шарттарына тура килһә, һәр кемгә анкета тултырығыҙ.
«Теләктәр шыршыһы» 2018 йылдан алып бөтә Рәсәйҙә тормошҡа ашырыла һәм йыл һайын изге эштәр ҡылырға әҙер меңдәрсә кешене берләштерә. Акцияны ойоштороусылар һәм башҡарыусылар тырышлығы менән алты йыл эсендә 210 меңдән ашыу баланың Яңы йыл теләктәре үтәлде. Йыл һайын Яңы йыл акцияһына Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыла.
Уҙған акция сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ысын киностудияға барырға хыялланған Өфө ҡыҙы теләген үтәне.
Быйыл «Теләктәр шыршыһы" 2024 йылдың 15 ноябренән 2025 йылдың 28 февраленә тиклем үтә.
Фото: Альберт Заһиров/resbash.ru