Йәмғиәт Общество
12 Декабрь 2024, 11:45

Әсәлек капиталын файҙаланыу ҡағиҙәләре үҙгәрә

Рәсәйҙә әсәлек капиталын торлаҡҡа файҙаланғанда ҡағиҙәләр үҙгәрә

Әсәлек капиталы средстволарын файҙаланыуға рөхсәт алыу өсөн фатир йәки йорт йәшәү өсөн яраҡлы тигән һығымта тапшырырға кәрәк. Дәүләт Думаһында балаларҙың хоҡуҡтарын шул рәүешле өҫтәмә яҡларға теләйҙәр.

Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа әсәлек капиталы средстволарын файҙаланып фатир йәки йорт һатып алғанда балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусы закон ҡабул итте.

Ғаиләне яҡлау, аталыҡ, әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Татьяна Буцкая билдәләүенсә, күпселек осраҡта ата-әсәләр дәүләт ярҙамын йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтә. Уның һүҙҙәренсә, ун ғаиләнең туғыҙы әсәлек капиталын торлаҡҡа һалған.

"Әммә беҙҙең ғаиләләребеҙҙе алдаған, башын бутаған йәки улар белмәгәнлектән әсәлек капиталын юғалтҡан осраҡтар бар», — тип һөйләне Татьяна Буцкая. Атап әйткәндә, ғаиләләргә йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ һатып алырға тәҡдим итәләр.

Әсәлек капиталы средстволарын файҙаланыуға рөхсәт алыу өсөн фатир йәки йорт йәшәү өсөн яраҡлы тигән һығымта кәрәк буласаҡ. Татьяна Буцкая әйтеүенсә, документты муниципалитеттар бирәсәк, ә уның ғәмәлдә булыу ваҡыты — бер йыл.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас