Йәмғиәт Общество
16 Декабрь 2024, 06:55

Һалым ҡайтармаларын нисек алырға

Финанс министрлығы Рәсәй граждандарына һалым ҡайтармаларын алыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында хәбәр итте

Һалым ҡайтармаларын нисек алырғаҺалым ҡайтармаларын нисек алырға
Һалым ҡайтармаларын нисек алырға

Рәсәй граждандарына бер нисә төр – уҡыу, медицина хеҙмәттәре, спорт һәм фитнес, торлаҡ һатып алыу өсөн һалым ҡайтармалары (налоговый вычет) ҡаралған. Элек ҡайтарма алыу еңел түгел ине, әммә һуңғы ваҡытта цифрлы технологиялар һөҙөмтәһендә был бик ябай. Бының өсөн «Налоги ФЛ» ҡушымтаһы йәки «Һалым түләүсенең шәхси кабинеты» менән файҙаланырға мөмкин, тип иҫкә төшөрҙөләр Рәсәй Финанс министрлығында.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте һалым ҡайтармаһы темаһына тулы мәғлүмәт менән карточкалар әҙерләгән.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас