Йәмғиәт Общество
16 Декабрь 2024, 10:35

Юлдарҙа хәрәкәт сикләнде

...

Һауа торошоноң насар булыуы — ҡар, буран, ел, боҙлауыҡ һәм күреү мөмкинлегенең сикләнеүе арҡаһында Башҡортостанда йөк машиналары һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәтте сикләү индерелде. БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, түбәндәге юл участкаларында хәрәкәт сикләнгән:

Бәләбәй – Приют һәм Бәләбәй – Ермолкин (Бәләбәй районы);

Аксенов – Аксаков – Бәләбәй (Бәләбәй һәм Әлшәй райондары);

Стәрлетамаҡ – Федоровка һәм Мәләүез – Федоровка (Федоровка районы).

Сикләүҙәр бөгөн 12.30-ҙан 17 декабрҙә 10.00 сәғәткә тиклем ғәмәлдә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас