Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
20 Декабрь , 16:35

Рәсәй Ҡыш бабайы Илназ Дәүләтовтың хыялын тормошҡа ашырҙы

...

Рәсәй Ҡыш бабайы Илназ Дәүләтовтың хыялын тормошҡа ашырҙы
Рәсәй Ҡыш бабайы Илназ Дәүләтовтың хыялын тормошҡа ашырҙы

Рәсәйҙең Ҡыш бабайы бәхетһеҙ осраҡтан һуң ике ҡулһыҙ ҡалған Башҡортостандан Илназ Дәүләтовтың хыялын тормошҡа ашырҙы. Малай Ҡыш бабайға үҙе йырҙар яҙыуы тураһында хат ебәрә. Әммә үҙенең ҡоралы булмағанлыҡтан, ул күршеләренә йөрөй, уларҙың фортепианоһын файҙалан. Шуға күрә Илназ синтезатор хаҡында хыяллана. Һәм уның теләге тормошҡа ашты. Туймазыла йәшәүсе Дәүләтовтарҙың күп балалы ғаиләһенә «Ҡыш бабайҙың НТВ менән сәйәхәте» хәйриә акцияһы командаһы килде.

– Уға ни бары 11 йәш, ә ул инде ысын ир-егет. Үҙ йәшендә күп һынауҙар кисергән: ҡулдарын ампутациялау һәм тиреһен күсереп ултыртыу буйынса алты операция. Әммә ҙур ғаиләнең һәм вайымһыҙ булмаған кешеләрҙең көсө һәм ярҙамы менән ул еңеп сыҡҡан. Беҙ уның синтезатор тураһындағы хыялын тормошҡа ашырҙыҡ. Был бик йылы осрашыу булды. Мин Илназдан музыка ҡоралын үҙләштергәс, мотлаҡ видео ебәреүен һораным, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ҡыш бабай.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: