Башҡортостанда йәшәүселәр декабрь өсөн балалар пособиеһын ваҡытынан алда аласаҡ. Был хаҡта Социаль фондтың төбәк буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән “Башинформ” хәбәр итте. Ваҡытынан алда таратыу ғинуарҙа балалар пособиеларын түләү даталарының яңы йыл каникулына тура килеүенә бәйле.
"25 декабрҙә түбәндәге айлыҡ түләүҙәр килә: 17 йәшкәсә балаларға һәм йөклө ҡатындарға берҙәм пособие; эшләмәгән ата-әсәләргә 1,5 йәшкә тиклемге бала ҡарау буйынса пособие; 3 йәшкә тиклемге беренсе балаға түләү; саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балаһына пособие; 3 йәшкә тиклемге балаға әсәлек капиталынан түләү», – тип белдерҙеләр РСФ-ла. Аныҡланыуынса, 25 декабрҙә аҡса банктар аша ҡулаҡсаһыҙ күсереүҙе һайлағандарға йүнәлтелә.
Почта бүлексәләрендә балалар пособиеһы алғандарға килгәндә, улар «үҙ бүлексәһенең» эш графигына ҡарап аҡса аласаҡ.
Бынан тыш, Башҡортостанда 1,5 йәшкәсә эшләүсе граждандарға бала ҡарау буйынса пособиелар ваҡытынан алда түләнә. Аҡса 24 декабрҙә күсереләсәк һәм банк шарттарына ярашлы алыусылар иҫәбенә тапшырыласаҡ.
"Юғарыла күрһәтелгән пособиеларҙың барыһы ла үткән ай өсөн ағымдағы айҙа түләнә. Шуға ярашлы, декабрь өсөн түләүҙе ваҡытынан алда алған ата-әсәләргә ғинуар өсөн киләһе түләм 2025 йылдың февраль башында килә», – тип өҫтәнеләр Социаль фондтың БР буйынса бүлексәһендә.