Минималь эш хаҡы
1 ғинуарҙан федераль минималь эш хаҡы күләме – 22 440 (19 242 ине). Тимәк, тулы ставкала эш хаҡы бынан кәмерәк була алмай. Был "төньяҡ" өҫтәмәләрен, район коэффициенттарын, премияларҙы, шулай уҡ ял һәм байрам көндәрендә эшләгән өсөн компенсацияларҙы иҫәпкә алмайынса. Арттырыу дүрт миллиондан ашыу бюджет хеҙмәткәренә һәм иҡтисадтың реаль секторында 1,7 миллиондан ашыу хеҙмәткәргә ҡағыла.
Пенсиялар
1 ғинуарҙан страховка түләүҙәре 7,3 процентҡа индексациялана – 2024 йылда күҙалланған инфляция күләме шундай. Әммә ул күберәк булһа, тағы ла хөкүмәт өҫтәргә мөмкин.
Эшләүсе пенсионерҙар өсөн 2016 йылда туҡтатылған индексация тергеҙелә. Әммә һөҙөмтә төрлөсә буласаҡ, тип иҫкәрттеләр Рәсәйҙең Социаль фондында.
“Әйтәйек, эшләгән пенсионер айына 19 527,94 һум ала. Әгәр ул эшләмәһә, 36 351,59 һум алыр ине. 2025 йылдың 1 ғинуарынан инфляция, тимәк, индексация коэффициенты 7,3 процент тәшкил итәсәк. Индексацияны иҫәпләү 36 351,59 һумлыҡ сумманан сығып, йәғни бөтә индексацияларҙы иҫәпкә алып башҡарыласаҡ”, — тип аңлатма бирҙеләр унда.
Бынан тыш, эштән бушатылғанда 2016 йылдан 2024 йылға тиклем үткәрелгән индексацияларҙы иҫәпкә алып, яңынан иҫәпләйҙәр.
Эшләгән пенсионерҙар шулай уҡ эш хаҡына бәйле өҫтәмә пенсия коэффициенттарына (йәки баллдарына) иҫәп тота ала. Балл күберәк булған һайын, пенсия ла юғарыраҡ була.
Әсәлек капиталы һәм балаларға пособиелар
Минималь эш хаҡы күләмен арттырыу менән бәйле бер нисә пособие индексациялана. Әсәлек капиталы 1 февралдән 7,3 процентҡа артасаҡ: беренсе балаға – 676 398 һумға тиклем, икенсе һәм артабанғы балаларға – 893 835 һумға тиклем.
Беренсе балаға түләү алған ғаиләгә икенсе бала тыуыу менән 217436 һум күләмендә өҫтәмә түләү ҡаралған. Әгәр сумма өлөшләтә тотонолһа, ҡалған өлөшө 7,3 процентҡа индексациялана.
Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса минималь пособие 140 көнгә – 103285 һумға, максималь пособие 794 355 һумға етәсәк. Сумма эш хаҡына һәм минималь эш хаҡына бәйле. Эшләүсе ата-әсәләр өсөн йәш ярымға тиклемге бала өсөн декрет түләме максимумы – айына 68995 һум, йәш ярымға тиклемге баланы ҡарау буйынса – 68 мең.
Шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн пособиелар артасаҡ. 17 йәшкә тиклемге бәлиғ булмағанға – айына 8600 һумдан алып, йөклөләргә — 9660 һумдан алып, өс йәшкә тиклемге балаға – 17201 һум.
Алкоголь һәм тәмәке
1 ғинуарҙан ваҡлап һатыуҙа иң арзан араҡы 0,5 литр өсөн 299 һумдан 349 һумға тиклем, коньяк 556 һумдан 651 һумға тиклем ҡиммәтләнә.
Брендиға һәм башҡа алкоголгә минималь хаҡ шарап, виноград, емеш, коньяк, кальвадос, висковый, ром дистилляттарынан (коньяктан тыш) 0,5 литр өсөн 472 һумға тиклем артасаҡ.
Быға тиклем спиртлы эсемлектәргә хаҡтар 2024 йылдың 1 июлендә күтәрелгәйне.
Иң арзан тәмәке пачкаһы хәҙер – 135 һум. Йылытылған тәмәке менән никотинлы продукция 4,5 процентҡа, вейп өсөн шыйыҡсалар биш процентҡа ҡиммәтләнә.
Автомобилдәр, ОСАГО, штрафтар
1 ғинуарҙан автомобилдәр һәм махсус техника өсөн утилләштереү йыйымы ставкалары 10-20 процентҡа индексациялана (340 ат көсөнә тиклем ҡеүәтле ауыл хужалығы тракторҙарынан тыш). Һәм хәҙер һәр яңы йыл шулай буласаҡ.
2022 йылдың 1 ғинуарынан 2025 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланған водитель таныҡлыҡтары автоматик рәүештә өс йылға оҙайтыла. Бының өсөн документты алмаштырырға кәрәкмәй. Был транспорт сараларының бөтә категорияларына ҡағыла.
Әммә сит илдә машина йөрөтөргә йыйынһағыҙ, танытманы ваҡытынан алда алмаштырыу яҡшыраҡ.
1 марттан алып автомобилде ЮХХДИ-ға иҫәпкә ҡуйыу өсөн ОСАГО полисын күрһәтергә кәрәкмәй. Транспорт сараһын теркәргә, ә страховканы һуңынан юлларға мөмкин.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар ҡырҡа артасаҡ. Тиҙлекте арттырған өсөн минималь штраф – 750 һум (500 һум ине), максималь – 7,5 мең (5 мең ине). Ҡайыш эләктермәгән өсөн бер меңдән бер ярымға тиклем арта. Шул уҡ күләм — ҡыҙыл светофорға үткән өсөн, әгәр ҡабатланһа – 7,5 мең һум. Иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара иткән өсөн – 45 мең һум (30мең һум ине).
Шулай уҡ ҡаршы һыҙатта, трамвай юлдарында һәм юл ситтәрендә йөрөү, юл билдәләрен һәм билдәләрен һанға һуҡмау, медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартыу өсөн штрафтар артасаҡ. Штраф түләүгә ташлама ҡарар сығарылғандан һуң тәүге 30 көндә ғәмәлдә була (20 ине), әммә ташлама күләме 50 проценттан 25 процентҡа тиклем кәмей.