Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
9 Ғинуар , 14:05

Илдар Ғәбитов вафат булған

Билдәле сканвордсы, “Ейәнсура таңдары” гәзитенең лауреаты Илдар Ғәбитов арабыҙҙан китте

Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты, билдәле башҡорт сканвордсыһы, “Ейәнсура таңдары” гәзитенең 2020 йылғы лауреаты Илдар Ғәбитов арабыҙҙан китте. Уға 63 йәш ине. Был хаҡта «Башинформ»ға мәрхүмдең яҡындары хәбәр иткән.

Илдар Ғәбитов 1961 йылда Әбйәлил районының Буранғол ауылында тыуған. Ростов дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлай. 1983-1990 йылдарҙа Өфө авиация институтында, 1990-1997 йылдарҙа Өфө юридик институтында доцент булып эшләй. 2004 йылдан Башҡорт дәүләт университетында (Хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) уҡыта. 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт, бик күп публицистик эштәр авторы.

Илдар Ғәбитов сканвордсы булараҡ та билдәле. Уның башҡорт башватҡыстары милли матбуғат уҡыусыларына оҡшаны. Күп йылдар дауамында Ғәбитовтың мауыҡтырғыс кроссвордтары һәм сканвордтары республика гәзит һәм журналдары биттәрендә баҫыла.

Ейәнсура районының 90 йыллыҡ юбилейы уңайынан “Ейәнсура таңдары” гәзите ойошторған бәйге сиктәрендә район тураһында кроссвордтар төҙөп, Илдар Ғәбитов гәзитебеҙҙең 2020 йылғы лауреаты итеп билдәләнгәйне.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: