-4 °С
Болотло
Яңы йыл байрамдары осоронда Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенә Иҫәнғол ауылынан мутлашыу ҡорбаны мөрәжәғәт итә. Ул "Авито" сайтындағы бер иғлан буйынса кирбес һатып алыу ниәте менән, һатыусы менән бәйләнешкә сыға. Аралашыу ватсапта бара. Һөйләшәләр, килешәләр. Райондашыбыҙ, килешелгәнсә, һатыусыға 265 мең һум аҡса күсерә. Әммә... тауар юҡ та, юҡ... Аптырап ватсаптан яҙғас: "Стәрлетамаҡтан Иҫәнғолға поезд менән ебәрҙек, көтөгөҙ!" тигән яуап ала. Шунда ғына ул мутлашыу ҡорбаны булыуын аңлай. Уға полицияға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай.