-4 °С
Болотло
Рәсәй президенты Владимир Путин 2025 йылда Рәсәй Федерацияһының запастағы граждандарын хәрби йыйындарға саҡырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Хәрби йыйындар РФ Ҡораллы көстәрендә, милли гвардия ғәскәрҙәрендә, Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм тәбиғәт афәттәре эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса министрлыҡтың ҡотҡарыу хәрби формированиеларында, дәүләт һаҡлау органдарында һәм федераль именлек хеҙмәте органдарында үтәсәк.
РФ хөкүмәтенә һәм РФ төбәктәренең башҡарма власть органдарына хәрби йыйындарға бәйле саралар үтәлеүен тәьмин итергә ҡушылды.
Фото: kremlin.ru