Был хаҡта республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итте.
"Метеорологтар фаразлауынса, яҡын арала Башҡортостанда һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә. Ниндәй шарттарҙа мәктәптә дәрестәр үткәрмәү мөмкин булыуын иҫегеҙгә төшөрәм:
– башланғыс кластарҙа – ауыл мәктәптәрендә дәрестәр – нулдән түбән 23 градус булғанда, ҡала мәктәптәрендә 25 градус һыуыҡта үткәрелмәй;
– 5-9 кластарҙа – ауыл мәктәптәрендә дәрестәр – нулдән түбән 25 градуста, ҡала мәктәптәрендә 27 градус һыуыҡта үткәрелмәй;
– өлкән класс уҡыусылары ауыл мәктәптәрендә –30 градуста, ҡала мәктәптәрендә –32 градус булғанда дәрестәргә йөрөмәҫкә мөмкин. Мәктәп тышта һауа температураһы ниндәй булһа ла эшләй һәм ҡаты һыуыҡтар арҡаһында дәрестәргә йөрөүҙе туҡтатыу тураһында ҡарарҙы һәр мәктәп һауа шарттарын иҫәпкә алып үҙаллы ҡабул итә», – тип яҙҙы ул үҙенең социаль селтәрендә.