Район мәҙәниәт йортонда үткән сарала мәртәбәле ҡунаҡтар - Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары Илшат Әхмәтов һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов сығышында төрлө өлкәләргә туҡталып, райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тулы отчет яһаны. Дөйөм алғанда, һөҙөмтәләр ҡәнәғәтләндерерлек. Әммә хәл итә торған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Дәмин Марат улы сығышы һуңында быйыл районда ике мөһим сара - Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейы һәм Ейәнсура районының 95 йыллығы билдәләнәсәген әйтеп, халыҡты әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Ҡунаҡтар ейәнсураларҙы республиканың уҙған йылдағы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, шулай уҡ айырыуса һөҙөмтәле эшләгән хеҙмәтсәндәргә, махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙамда әүҙемдәрнә, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләнгән әсәйҙәргә, дәүләт ярҙамы алған йәш белгестәргә лайыҡлы наградаларын тапшырҙы.