Пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) Башҡортостанда яҙғы ташҡындың үтеүенә бәйле хәлде күҙәтеүгә йәлеп ителәсәк. Журналистар менән осрашыуҙа БР буйынса МЧС начальнигы Марат Латипов аңлатыуынса, пилотһыҙ аппараттар шуның өсөн тәғәйенләнгән дә инде.
"Тәү сиратта улар мониторинг өсөн кәрәк, икенсенән, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуһа, БПЛА-лар урындарҙы разведкалау һәм ғәҙәттән тыш хәл зонаһын билдәләү өсөн кәрәк. Беҙҙең министрлыҡ уларҙы шуның өсөн һатып алды, улар шуның өсөн хеҙмәт итәсәк тә», — тине Марат Латипов.
БР хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, республикала БПЛА-ларға контроль алып барыла, тип өҫтәне. Уларҙы ҡулланыу өсөн Эске эштәр министрлығынан һәм ФСБ-нан билдәле бер датаны, ваҡытты, шулай уҡ сәбәпте күрһәтеп рөхсәт алырға кәрәк.
Фото: Ксения Калинина / “Башинформ”