Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл Башҡортостан халҡы Ватанды һаҡлаусылар көнөнән һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнән һуң өҫтәмә ялһыҙ ҡаласаҡ.
Билдәле булыуынса, 23 февраль – йәкшәмбегә, ә 8 Март шәмбегә тура килә. Ҡануниәткә ярашлы, байрам көндәре ял көнөнә тура килгәндә ял көнө үҙе артынан килгән эш көнөнә күсерелә. Быйыл хөкүмәт ял көндәрен майға һәм июнгә күсергән. Шулай итеп, республика халҡы февраль һәм март айҙарындағы байрамдарҙан һуң ял итеү урынына 8 майҙа һәм 13 июндә ял итәсәк.
Шулай ҙа мартта республика халҡын өс көнлөк ял көтә. Ураҙа байрамы 30 мартҡа, йәкшәмбегә, тура килгәнлектән, республика халҡы өс көн рәттән – шәмбенән дүшәмбегә тиклем ял итәсәк.