Йәмғиәт Общество
18 Февраля 2025, 12:15

Йәш аграрийҙар 750-шәр мең һум аласаҡ

Агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына булышлыҡ итеү төбәк программаһы буйынса дәүләт ярҙамы алыусыларҙы һайлап алыу тамамланды

Йәш аграрийҙар 750-шәр мең һум аласаҡЙәш аграрийҙар 750-шәр мең һум аласаҡ
Йәш аграрийҙар 750-шәр мең һум аласаҡ

Башҡортостандың тағы ла 70 йәш аграрийы республика бюджетынан 750-шәр мең һум «подъмный» аласаҡ, тип хәбәр иттеләр БР ауыл хужалығы министрлығынан.

Ауыл хужалығы министрлығында 2025 йылда агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына булышлыҡ итеү төбәк программаһы буйынса дәүләт ярҙамы алыусыларҙы һайлап алыу тамамланды. Конкурста 100-ҙән ашыу йәш ауыл хужалығы белгесе ҡатнашты. Конкурс йомғаҡтары буйынса уларҙың 70-е тиҙҙән бюджеттан 750-шәр мең һум аласаҡ.

БР хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов билдәләүенсә, ауыл хужалығында кадрҙарға ихтыяж элеккесә юғары булып ҡала.

"Яҡшы белгестәр өсөн көрәш бара, — тине ул. – Агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына ярҙам итеү төбәк программаһы беҙҙең ауыл хужалығы предприятиеларына булышлыҡ итә».

Фото: пресс-служба минсельхоза РБ

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас