Бөтә яңылыҡтар
10

VI “Атай ҡаһарманлығы” республика конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

18 марттан 30 апрелгә тиклем Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүселәрҙән республика конкурсына ғаризалар ҡабул итә.

VI “Атай ҡаһарманлығы” республика конкурсында ҡатнашырға саҡыралар
VI “Атай ҡаһарманлығы” республика конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

 

Үҫеп килгән быуынды лайыҡлы тәрбиәләгән, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған, йолалаларҙы тергеҙгән, шулай уҡ йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан өсөн йәмәғәт наградаһын Башҡортостанда алтынсы тапҡыр тапшыралар.

Быйыл ҡатнашыу тағы ла еңелерәк буласаҡ - ғариза биреү форматы камиллаштырыласаҡ, бөтә документтар электрон төрҙә ҡабул ителәсәк. Конкурстаҡатнашыусыларға һылтанма буйынса – https://forms.yandex.ru/u/67d3db6d4936394292a18f37/ анкета-ғариза тултырырға кәрәк.

Конкурс ғаризаларын баһалауҙың өс шарты билдәләнгән:

– конкурста ҡатнашыусының балалар тәрбиәләүгә индергән өлөшө;

йәмәғәт, ирекмәнлек эшмәкәрлегенә, уның профессиональ, хеҙмәт эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштарына индергән өлөшө;

– ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүгә индергән өлөшө.

Конкурс лауреаттарын бүләкләү ағымдағы йылдың июленә планлаштырылған һәм Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналасаҡ.

Конкурс шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте конкурс тураһында Положениела уҡығыҙ:  https://op.bashkortostan.ru/documents/active/615960/.

Сығанаҡ: Башҡортостан

Автор:Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас: