

Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярашлы указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Бүләкләнеүселәр араһында Ейәнсура районынан Захарова Анна Юрьевна менән Ишмөхәмәтова Мәҙинә Кәрим ҡыҙы ла бар. Ҡотлайбыҙ!
«Әсәлек даны» миҙалы Башҡортостанда 1998 йылда булдырылған. Был награда, төбәк ҡануниәтенә ярашлы, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыла.