Йәмғиәт Общество
22 Апреля 2025, 10:02

Хужабикәләр 19 329 һум эш хаҡы ала башлаясаҡ

Дәүләт Думаһында йорт эштәрен алып барған хужабикәләргә түләүҙәр индереү ҡарала.

Хужабикәләр 19 329 һум эш хаҡы ала башлаясаҡХужабикәләр 19 329 һум эш хаҡы ала башлаясаҡ
Хужабикәләр 19 329 һум эш хаҡы ала башлаясаҡ

Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты башлығы Ярослав Нилов йорт хужалығын алып барған хужабикәләргә айлыҡ йәшәү минимумы күләмендә түләүҙәр тураһындағы закон проектын әҙерләне. Документ Дәүләт Думаһына индереүгә әҙерләнгән. 

"Закон проектына ярашлы, йорт хужалығын алып барыу менән мәшғүл кешеләргә айлыҡ түләү РФ субъектында билдәләнгән эшкә һәләтле кеше өсөн йәшәү минимумы күләмендә билдәләнә",  – тиелә закон проектына аңлатмала.

Йәғни депутаттар фекеренсә, йорт эштәрен башҡарған ғаилә ағзаһы түләү алырға тейеш.  

Бында  аш-һыу әҙерләү, кер йыуыу, тегеү, бәйләү, шулай уҡ фатирҙы йыйыштырыу, магазиндарға йөрөү, балаларҙы һәм башҡа туғандарҙы ҡарау өсөн ваҡыт сарыф итеүселәр инә.

Тимәк, закон проекты үтһә, хужабикәләр ай һайын 19 329 һум аҡса ала башлаясаҡ.

Читайте нас